Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Аургазинский район Республики Башкортостан

“Беренсе Яҡшығолов уҡыуҙары»

26 Апреля 2019
13
0

“Мең ырыуы төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы Дәүләкән районында бөйөк шәхес, эшмәкәр, Башҡорт Автономияһының башланғысында әүҙем ҡатнашыусы Сафуан Яҡшығоловтың яҡты иҫтәлегенә арналған “Беренсе Яҡшығолов уҡыуҙарын»  да район уҡыусылары Талбазы башҡорт гимназияһынан Әсфәндиярова Лилия, Мораҙым мәктәбенән Ҡунаҡҡолова Лиана, Талбазы Лицейынан Мөхәмәтшина Гөлнара бик теләп ҡатнашты.  Сафуан Яҡшығолов ижады менән тағы ла яҡындан таныштылар,шиғырҙарын ҡыҙыҡһынып тыңланылар. 9  райондан килгән уҡыусылар Яҡшығолов мираҫы тураһында яҙма эштәр, шиғыр һөйләү  кеүек бәйгеләрҙә ҡатнашты. Кисә аҙағында иң әүҙемдәр Ҡоролтайҙың рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Улар : шиғыр һөйләү бәйгеһендә 2 урынды алған Мораҙым мәктәбенең 9 синыф  уҡыусыһы  Ҡунаҡҡолова  Лиана һәм бәйгегә әҙерләп ебәргән уҡытыусылар Мораҙым мәктәбенән Килдина Гөлсара Ғәйфулла ҡыҙы, Талбазы башҡорт гимназияһынан Мөхәмәтйәнова Алия Илдар ҡыҙы һәм Талбазы Лицейынан Ғөмәрова Айһылыу Әхәт ҡыҙы. Был уҡыуҙар күңелдәрҙә тәрән тәьҫораттар ҡалдырҙы, туған телебеҙгә, халҡыбыҙ тарихын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятты.  

 

 Юламанова Ф.Ғ.

Открой Свою Республику: открытаяреспублика.рф