Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Аургазинский район Республики Башкортостан

Рәшит Назаровтың 75 йыллығын ҡаршылап..... “Уйым менән һеҙгә көндә ҡайтам...”

16 Марта 2019
22
0

15 мартта Төрөмбәт урта дөйөм белем биреү мәктәбендә яҙыусылар союзы  рәйесе Зәки Арыҫлан улы Әлибаев, шағир Салауат Әбүзәр, Ауырғазы районының  “Зәңгәр шишмә” яҙыусылар ойошмаһы рәйесе Вәрис Акбашев һәм райондың башҡорттар ҡоролтайы рәйесе Фәүзиә Ғәли ҡыҙы Юламановалар менән осрашыу үтте.

Балалар ҡунаҡтарҙы Рәшит Назаровтың “Йөрәк” шиғырына флешмоб менән ҡаршы алдылар. Артабан осрашыу шағирҙың музейында дауам итте. Уҡыусылар яҙыусының шиғырҙарын яттан һөйләнеләр, ә яҙыусылар күстәнәскә үҙҙәренең шиғырҙарын бүләк иттеләр. Осрашыу иҫтәлеккә фотоға төшөү менән тамамланды.

Талбазы башҡорт гимназияһында ла осрашыу бик йылы мәнәсәбәттә үтте, балалар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар алды, яҙыусы ағайҙарының шиғырҙарын йотлоғоп тыңланылар.

Өфө ҡунаҡтары Талбазыла асылған үҙәк “Ҡалалар һәм ауылдарҙың сәнғәт мозаикаһы” Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе булған һәм 500 мең һумлыҡ грантҡа лайыҡ булған “Табип китап” библиотерапия үҙәге менән таныштылар. Китапханалағы балалар өсөн уйын зонаһы, махсус йыһаздар, китаптар ҡунаҡтарҙа йылы тойғолар ҡалдырҙы.

Мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Открой Свою Республику: открытаяреспублика.рф
  • Рәшит Назаровтың 75 йыллығын ҡаршылап..... “Уйым менән һеҙгә көндә ҡайтам...”